Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 13:13

Аҙ хәрәкәт иткән граждандарға прививканы нисек яһауҙары хәбәр иттелде

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова 9 февралдә коронавирус буйынса сираттағы брифингта аҙ хәрәкәт иткән граждандар араһында вакцинацияны нисек үткәреүҙәрен һөйләне.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова 9 февралдә коронавирус буйынса сираттағы брифингта аҙ хәрәкәт иткән граждандар араһында вакцинацияны нисек үткәреүҙәрен һөйләне.
«Социаль учреждениеларҙа, йорт-интернаттарҙа, пансионаттарҙа йәшәүселәр урында прививка эшләтә. Башҡа мөмкинлек тә бар. Поликлиника көсө менән пациент вакцинация кабинетына килтерелә. Прививканан һуң мотлаҡ ярты сәғәт анафилактик реакцияның булыу-булмауын көтөргә кәрәк», — тип белдерҙе Ирина Кононова.
Вакцинацияға сиратҡа «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында, «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһында йәки doctor.bashkortostan.ru республика сайтында, шулай уҡ 1301 һәм 122 (колл-үҙәк), 218-19-19 (ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге) телефондары буйынса яҙылырға мөмкин.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республикала 5 167 кеше «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша коронавирустан вакцинацияға сиратҡа яҙылған.
Читайте нас: