Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 14:41

“Ҡарлы десант” - Иҙел башында

Бөтә Рәсәй ирекле патриотик «Ҡарлы десант» акцияһы 1959 йылда Алтай крайында барлыҡҡа килгән. Уның ағзалары ҡарт кешеләргә ҡар таҙартырға, утын ярырға, һыу алып килергә, башҡа хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә. Шулай уҡ мәктәптәрҙә балалар менән дә эш алып баралар.

Бөтә Рәсәй ирекле патриотик «Ҡарлы десант» акцияһы 1959 йылда Алтай крайында барлыҡҡа килгән. Уның ағзалары ҡарт кешеләргә ҡар таҙартырға, утын ярырға, һыу алып килергә, башҡа хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә. Шулай уҡ мәктәптәрҙә балалар менән дә эш алып баралар.
«Ҡарлы десант» акцияһына – 52 йыл. Ошо ваҡыт эсендә илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, ҡарлы десант отрядтары формалашҡан.
Өс йыл элек республикабыҙҙа «Альтаир» отряды ла барлыҡҡа килгәйне. “Альтаир” - Башҡортостандағы алты юғары белем биреү йортонда формалашҡан ҡарлы десант отрядтарының береһе. БДУ-ның «Альтаир» отряды составына төрлө факультет һәм институт студенттары инә.
Быйыл «Альтаир» отряды шефлыҡ ярҙамы өсөн Белорет районын һайланы.
Биш көн эсендә ҡарлы десант отряды райондың Шығай, Тирлән, Инйәр, Асы, Йөйәк, Ҡаһарман ауылдарына барып сығырға өлгөрҙө. Ҡарлы десант урындағы халыҡ һәм мәктәп уҡыусылары өсөн бай, йөкмәткеле программа ла әҙерләгән. Студенттар башланғыс кластар уҡыусылары өсөн туҡыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, флешмобтар үткәрә, V-VI кластарҙа - “Туризм нигеҙҙәре”н өйрәтә, IX-XI класс уҡыусылары менән төрлө интеклектуаль уйындар, әңгәмәләр ойоштора. Урындағы халыҡҡа шефлыҡ ярҙамы күрһәткәндән һуң, осрашыуҙар концерт менән тамамланасаҡ.
Ҡарлы десант отрядына тик изге күңелле, ярҙам итергә теләүсе, үҙҙәре өсөн файҙа тураһында уйламаусы студенттар ғына килә. Улар ни өсөн эшләй? Йылы һүҙ, рәхмәтле күҙҙәр һәм бәхетле йылмайыу өсөн. Уларға күп кәрәкмәй. Тик үҙҙәренең кәрәклеген һәм ярҙамын ғына белеү һәм эштәренең һөҙөмтәһен күреү. Бындай кешеләр тормошобоҙҙы биҙәй һәм беҙгә өмөт бүләк итә, киләсәкте яҡынайта, мәрхәмәтлелеккә һәм изгелеккә юл ҡуя.
Фото: отряд сайтынан.
Читайте нас: