Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 14:06

Нөктә ҡуйырға иртә әле

Яңыраҡ йәмәғәтсе, туризм буйынса белгес Рина Гринберг билдәле туристик маршрутта – Ирәкташта ағас ҡырҡыуҙары тураһында һөйләгәйне.

Яңыраҡ йәмәғәтсе, туризм буйынса белгес Рина Гринберг билдәле туристик маршрутта – Ирәкташта ағас ҡырҡыуҙары тураһында һөйләгәйне. Белгес кемгәлер, йыл һайын меңәрләгән туристарҙа аҡса эшләүгә ҡарағанда, 50 йылға бер ағас ҡырҡыу һәм бүрәнәләй һатыу мөһим, тигән фекерен белдерә.
Ирәкташта ағас ҡырҡыу тураһындағы хәбәр йәмәғәтселекте лә битараф ҡалдырманы. Уның тирәләй ғауға ҡупҡас: "Ағасты ҡырҡыу ҡануниәт нигеҙендә алып барыла, ниндәйҙер сикләүҙәр юҡ. Ҡуртымсылар йыл һайын 1700 гектарҙан ашыу майҙанда урманды тергеҙеү эштәре алып бара. Шулай уҡ был майҙандарҙа ла ағас ҡырҡылғандан һуң диләнкәне таҙартып, киләһе йыл ағас ултыртыласаҡ", – тип аңлатма биргәйне Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Билдәле булыуынса, Ирәкташҡа урман ҡырҡыу эштәре ҡуртым килешеүенә ярашлы, “Өфө фанер комбинаты” тарафынан алып барыла.
Ирәкташта ағас ҡырҡыу йәмәғәтселектә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғас, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республиканың Урман хужалығы һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары, Туризм буйынса дәүләт комитеты етәкселәре урынбаҫарҙары һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ваҡиға урынына барҙы. Урынға “Өфө фанера комбинаты” йәмғиәте һәм Тирлән, Белорет туристик йәмәғәтселеге вәкилдәре лә сыҡты.
“Ҙур компания менән тәүге тапҡыр йыйылдыҡ. Беҙ урманды ҡырҡыу туристик маршрутҡа ниндәй кимәлдә зыян килтереүен күрһәттек. Әле тормошҡа ашырырҙай вариантҡа таянабыҙ – булған туристик маршруттарҙы рәсми теркәүҙе башлау һәм улар эргәһендәге биләмәләрҙе һаҡлау. Республика Хөкүмәтендә ҡарар һәм артабанғы сара ҡабул ителер, тип ышанам”, – тине муниципаль район хакимиәте Андрей Иванович социаль селтәрҙә.
Фото: Белорет хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: