Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 12:58

Республика этабында - III урын

Кисә “Торатау” конгресс-холында беркетелгән территорияла хәүефһеҙлекте тәьмин иткәндә айырылған хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде.

Кисә “Торатау” конгресс-холында беркетелгән территорияла хәүефһеҙлекте тәьмин иткәндә айырылған хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде.
“Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға – 100 йыл” юбилей миҙалы менән Үрге Әүжән янғын часы начальнигы Роман Ефремов бүләкләнде. Үткән йылғы йомғаҡтар буйынса Белорет районы “Башҡортостан Республикаһында халыҡ йәшәйеше хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә муниципаль берәмектең иң яҡшы үҙидаралыҡ органы” смотр-конкурсының республика этабында III урын алды.
Шулай уҡ конгресс-холда Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең системаһының Башҡорт территориаль подсистемаһы етәкселәрен йыйып, уҡыу-методик кәңәшмә үткәрҙе.
Читайте нас: