Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 12:46

Бөгөнгө көҙгөлө датала никахтарын теркәү өсөн 209 пар ғариза биргән

Башҡортостанда матур датала 12.02.2021 209 пар никахлашырға йыйына.

Башҡортостанда матур датала 12.02.2021 209 пар никахлашырға йыйына.
Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Әйткәндәй, Ҡытай календары буйынса Яңы аҡ үгеҙ йылына аяҡ баҫабыҙ. Көнсығыш календарына ярашлы 2021 түгел, ә 4791 йыл башлана.
Астрологтар был көндө теләк теләргә, теләктәр картаһы эшләргә кәңәш бирә, сөнки ике планета – Венер менән Юпитер бергә тоташа.
Бынан алда «Башинформ» матур датала 21.01.2021 Башҡортостанда 102 парҙың өйләнешеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: