Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 18:23

154 кешелә – коронавирус, 152-һендә пневмония асыҡланған

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 154, дауахананан тыш пневмонияның 152 осрағы раҫланған

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 154, дауахананан тыш пневмонияның 152 осрағы раҫланған, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин брифингта.
Пандемия башланғандан алып республикала 26 841 сирле теркәлгән.
Хәҙерге ваҡытта 222 пациент стационарҙа ята, уларҙың 25-е — ауыр хәлдә, 9-ҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ә 5 379 кеше өйҙә дауалана.
Уҙған тәүлектә коронавирустан вафат булғандар һаны икәүгә артты, бөтәһе – 234 кеше.
Читайте нас: