«Башавтотранс» йәмәғәт транспортында юл йөрөү хаҡын арттырыуы тураһында иғлан итте. Был 1 марттан ғәмәлгә индерелә.
Республиканың алты ҡалаһында: Өфөлә, Бөрөлә, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Учалыла һәм Салауатта, шулай уҡ Асҡын, Ҡариҙел ауылдарында хаҡ күтәрелә.
— ҡулаҡса йәки банк картаһы менән иҫәпләшкәндә – 29 һум, экспресс режимы – 35 һум.
— «Алға» картаһы менән түләгәндә — 23 һум, экспресс режимы – 28 һум;
Граждандарҙың льготалы категорияһы өсөн берҙәм социаль юл йөрөү билетының хаҡы үҙгәрмәй — 600 һум. «Бәхетле сәғәт» акцияһы дауам итә.