-14 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 12:20

Бер аҙнала 27 меңдән ашыу кеше ОРВИ йоҡторған

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән сирләүселәр арта бара.

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән сирләүселәр арта бара.
Уҙған аҙнала 8 февралдән 14-енә тиклем 27 052 кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырып киткән. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда үҫеш – 10,5%, тип хәбәр итте Роспотребнадзор. Өфөлә 8 328 кеше сир йоҡторған.
Әлеге ваҡытта республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу күрһәткесе эпидемиологик сиктән 18,9% юғары. Башлыса өлкәндәр ауырый. Сирлеләрҙең яҡынса 55% балалар тәшкил итә.
Лаборатория тикшереүҙәре мәғлүмәттәре буйынса, грипп вирусын йөрөтөү асыҡланған. Шулай уҡ парагрипп, аденовирустар, риновирустар һәм метапновирустар билдәләнә.