Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 18:30

Республикала коронавирус ҡорбандары артҡан

Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штабы ауырыуҙар статистикаһын яңыртты. Сирлеләр һаны – 27 146. Һуңғы тәүлектә иһә 152. Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары артып (+3 кеше), 241-гә еткән.

Хәҙерге ваҡытта республикала 264 кеше дауаханала ята, 16 пациент – ауыр хәлдә, бишәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Амбулатор шарттарҙа дауаланғандар – 5 210. Тәүлек эсендә – 168, йәмғеһе 21 431 кеше һауыҡҡан.
Республиканың Роспотребнадзор идаралығы белгестәре дауахананан тыш пневмония менән ауырыуға бәйле хәлде күҙәтеп бара. Бер тәүлектә яңы осраҡтар — 179, һауыҡҡан пациенттар — 101.
Читайте нас: