-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 18:22

Юғары уҡыу йортоноң исемендә «Башҡорт» һүҙе була

Башҡортостандың яңы юғары уҡыу йортоноң исемендә мотлаҡ «Башҡорт» һүҙе була.

Башҡортостандың яңы юғары уҡыу йортоноң исемендә мотлаҡ «Башҡорт» һүҙе була. Ошо хаҡта «Коммерсантъ-Башкортостан» гәзите ойошторған сарала белдерелде.
«Был – йәмәғәтселектең ҙур теләге, республика Хөкүмәте лә бының менән риза. Милли үҙенсәлек һаҡланырға тейеш. Әлеге ваҡытта яңы юғары уҡыу йортона ниндәй атама биреү тураһында фекер алышыу бара», — тине вице-премьер Азат Баҙранов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың ғинуар аҙағында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин республиканың ике ҙур юғары уҡыу йортон берләштереү идеяһы тураһында әйткәйне. Властар фекеренсә, тәү сиратта, был яңы белем биреү учреждениеһына конкурентлыҡҡа һәләтле булырға ярҙам итергә тейеш. Әле берләштереү мәсьәләһе хәл ителгән. Проекттың «юл карта»һы әүҙем тикшерелә.