Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 13:40

Рәсәй Президентынан - Маҡтау ҡағыҙҙары

Яһалма тын алдырыу аппаратының тауышы, күп сәғәтлек смена, реанимация палаталарында үткәргән йоҡоһоҙ төндәр... Пандемияның ҡыҙыу осоронда дауаханаларҙың “ҡыҙыл” зонаһында һаулыҡ һағында торған һәр бер табип, медицина хеҙмәткәре ошондай хәтирәләр менән уртаҡлаша алалыр.

Яһалма тын алдырыу аппаратының тауышы, күп сәғәтлек смена, реанимация палаталарында үткәргән йоҡоһоҙ төндәр... Пандемияның ҡыҙыу осоронда дауаханаларҙың “ҡыҙыл” зонаһында һаулыҡ һағында торған һәр бер табип, медицина хеҙмәткәре ошондай хәтирәләр менән уртаҡлаша алалыр.
Коронавирус инфекцияһы мәлендә Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә лә ауыр хәлдә булған сирлеләр менән эшләргә тура килде...
18 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров республиканың 70-ләгән медицина хеҙмәткәренә COVID-19 пандемияһы мәлендә медицина ярҙамы күрһәтеүҙә индергән өлөшө өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Бүләкләнгәндәр араһында юғары категориялы табип, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлексәһе мөдире Гөлнара Дамир ҡыҙы Хәсәнова ла бар ине.
Андрей Назаров республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, тантаналы ваҡиғаның Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан үтеүе осраҡлы булмауын билдәләп үтте.
- Табиптарҙы, фельдшерҙарҙы, медицина хеҙмәткәрҙәрен был залға рәхмәт һүҙҙәрен еткерер өсөн саҡырҙыҡ. Пандемия шарттарында нәҡ һеҙ, ысын мәғәнәһендә, Ватанды һаҡлаусыларға әүерелдегеҙ, - тине Хөкүмәт етәксеһе.
Премьер-министр Башҡортостан Башлығы ҡарары менән быйылғы йылдың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителеүен һәм киләсәктә республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә етди үҙгәртеүҙәр булыуын билдәләп китте. Залдағыларҙы тағы ла тәбрикләп, һаулыҡ һаҡлауҙың ошондай һөҙөмтәле системаһы менән иң ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә хәл ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: Белорет дауаханаһы сайтынан.
Читайте нас: