Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 18:59

Төп бүләк – Ҡырмыҫҡалыла

Кисә гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса акцияның төп бүләге Һарт-Наурыҙ ауылынан хеҙмәт ветераны Ғәзимә Абдуллинаға тапшырылды.

Кисә гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса акцияның төп бүләге Һарт-Наурыҙ ауылынан хеҙмәт ветераны Ғәзимә Абдуллинаға тапшырылды.
Ғинуар аҙағында Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа “Республика Башкортостан” Матбуғат йорто ойошторған “Яҙыл һәм бүләк от” дөйөм республика акцияһына йомғаҡ яһалды. Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Наурыҙ ауылынан Ғәзимә Ғабдулхаҙый ҡыҙы төп бүләк – һыуытҡыс отто.
- Бүләк отоуымды көтмәгәйнем дә. Һуңғы мәлгә тиклем киленемә: “Әкиәт һөйләмә миңә” тип килдем. Һыуытҡысты йортҡа индергәстәр генә ышандым. Ошондай бүләк эшләгәндәре өсөн ойоштороусыларға рәхмәт. Электрон почта аша квитанцияны ебәрергә ярҙам иткән балаларыма рәхмәт! , - тине хеҙмәт ветераны бүләккә ҡыуанып.
Һеҙ ҙә киләсәктә район, республика баҫмаларына яҙылып, квитанцияларын ебәрергә онотмағыҙ!

Читайте нас: