-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 16:35

Башҡортостанда «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» ойошторола

Башҡортостан ҡурсаулығындағы «Башһырт» экологик-этнографик үҙәгендә 27 февралдә «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» ойошторола.

Башҡортостан ҡурсаулығындағы «Башһырт» экологик-этнографик үҙәгендә 27 февралдә «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» ойошторола.
Быйыл байрам бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Сара йылдан-йыл популярлыҡ яулай, уның географияһы киңәйә, ҡатнашыусылары артҡандан-арта бара, хәҙер ул республика кимәленә сыҡты.
«Башинформ»ға байрамды ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, программа бик бай: «Ылаҡ» уйыны, ат сабышы, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы, уҡ атыу турниры. Бөгөнгә «Ылаҡ» ярышында ҡатнашыу өсөн биш команда ғариза биргән, улар араһында ҙур ярыштарҙың призерҙары бар.
Бүләк фонды арттырылған, шуға күрә ярыштарҙа еңеүселәрҙе шәп бүләктәр көтә. Шулай уҡ быйыл тәүгә «Ылаҡ» ярышында еңгән командаға «Күсмә кубок» тапшырыла.
Быйыл ат сабышы башҡа райондарҙан ҡатнашыусыларҙы ла йәлеп итте, араларында төрлө ярыштарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яулаған тәжрибәле һыбайлылар байтаҡ.
«Урал батыр» байрамында йыл һайын үткәрелгән уҡ атыу турнирында ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа һәр ваҡыт күп була.