Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 16:10

Төбәк операторҙарының эшенә контроль көсәйә

Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһендәге ғәмәлдәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса сираттағы кәңәшмә үтте.

Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһендәге ғәмәлдәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса сираттағы кәңәшмә үтте.
Һүҙ нигеҙҙә коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу менән шөғөлләнгән төбәк операторҙарының эшенең сифаты тураһында барҙы. Республиканың Экология министрлығы операторҙарының сүп-сарҙы сығарыуҙың раҫланған графигы буйынса эшләүҙәрен тикшерә. 13-19 февралдә “Инцидент” системаһына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу мәсьәләһе буйынса 60 мөрәжәғәт килгән, унан алдағы аҙнала 13 булған.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың ҡарары буйынса, кисә Өфөнөң сүп йыйыу урындары буйлап рейдтар үтте.
Премьер-министр бөтә район-ҡала башлыҡтарына үҙ биләмәләрендә ошондай уҡ тикшереүҙәр үткәрергә ҡушты. Рейд йомғаҡтары киләһе аҙнала үтәсәк кәңәшмәлә ҡараласаҡ. Бындай рейдтарҙың даими үткәрелеүе күҙаллана.
“Төбәк операторҙарының эшенә контроль көсәйәсәк. Был республикала эшләгән дүрт операторҙың өсәүһенең сүп-сар сығарыуға хаҡты күтәреүгә рөхсәт алыуына бәйле. Тимәк, улар контейнер майҙансыҡтарының таҙалығына ҡағылышлы һәм сүп сығарыу графиктары буйынса, халыҡтан бер ниндәй ялыуҙар булмаҫлыҡ итеп эшләргә тейеш”, - тине Андрей Назаров.
Район-ҡала башлыҡтарына үҙ биләмәләрендә тикшереүҙәр үткәрергә ҡушылғас, муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ла ҡаланың контейнер майҙансыҡтары буйлап үтте.
“Бөгөн контейнер майҙансыҡтарын ҡарап сыҡтым. Сүп-сарҙы ваҡытында сығаралар, майҙансыҡтар таҙа. Контейнер майҙансыҡтарын тәртиптә тотоу буйынса муниципаль подрядсы “Эко-Сити” техникаһы менән бер ваҡытта эшләргә тырыша. Машина контейнерҙарҙы бушатҡансы, хеҙмәткәрҙәр бактар янындағы майҙансыҡты таҙарта. Быйыл ауылдарҙа - 94, ҡалала бер нисә майҙансыҡ төҙөргә планлаштырабыҙ”, - тине Андрей Иванович.
Читайте нас: