Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 14:02

Ковидтан прививка яһатыусылар арта

Республикала коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны көндән-көн арта. 25 февралгә ҡарата Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 73 442 кеше уның беренсе компонентын алған. Шуларҙың 16 012-һенә препараттың икенсе компоненты яһалған.

Башҡортостанға “Гам-Ковид-Вак” вакцинаһының (“Спутник V”тең сауҙа маркаһы) йәмғеһе 113 592 дозаһы килгән. Ҡала-райондарыбыҙҙа вакцинациялау буйынса 97 пункт эшләй.
Коронавирустан прививка яһатыу өсөн түбәндәге юлдар менән яҙылырға мөмкин:
–Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша;
–“Табипҡа”мобиль ҡушымтаһы йәки https://doctor.bashkortostan.ru/ республика сайты буйынса;
–колл-үҙәктең берҙәм телефон номерҙарына шылтыратып (1301 һәм 112);
–поликлиникағыҙ регистратураһында;
–Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә (347) 218-19-19 телефоны буйынса.
Белешмә. “Спутник V” вакцинаһы 25-тән ашыу илдә теркәлгән дә инде. Тикшереүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, уның һөҙөмтәлелеге 91,6 процент тәшкил итә.
Читайте нас: