Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сираттағы тапҡыр мәктәптәге туҡланыу мәсьәләһе тикшерелде. Сираттағы тип әйтәбеҙ, сөнки республикала был мәсьәләгә бик ҙур иғтибар бирелә һәм даими рәүештә тикшерелеп тора.
Башҡортостан Башлығы хаталар өҫтөндәге эште етмәгән кимәлдә тип баһаланы. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре әле һаман ялыуҙар ебәреүен дауам итә. Ялыуҙарҙың иң ҙур өлөшө Өфө уҡыу йорттарына тура килә. Улар башлыса һалҡын аҙыҡ, йәбешкән макарондар һәм “таш кеүек” бутҡалар менән ҡәнәғәт түгел. Былар тураһында Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдерҙе. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев шулай уҡ был темаға арналған доклад менән сығыш яһаны.
– Балаларҙы сифтлы ашатыу – ул дәүләт бурысы. Һеҙҙең менәнме, һеҙһеҙме, мин беҙҙең мәктәп туҡланыуын илдә иң яҡшыһы итәсәкмен. Һәр мәктәп буйынса тикшереүҙәр башлағыҙ, реестр булдырасаҡбыҙ. Өс етешһеҙлек факты асыҡлана икән, директорҙы эштән ҡыуығыҙ, – тине Радий Хәбиров.