Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2021, 12:14

Медицина үҫешендә милли проект

Быйыл эре күп профилле дауаханалар базаһында биш амбулатор онкология ярҙамы үҙәге ойошторолдо. Республикала 13 ошондай үҙәк эшләйәсәк.

Быйыл эре күп профилле дауаханалар базаһында биш амбулатор онкология ярҙамы үҙәге ойошторолдо. Республикала 13 ошондай үҙәк эшләйәсәк.
Балалар һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү буйынса әһәмиәтле эштәр башҡарыу, поликлиникаларҙа капиталь ремонт үткәреү палнлаштырылған.
Табиптар өсөн автоматлаштырылған эш урындары яңыртылыуы, медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү, ауыл ерҙәренә эшкә килгән хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтеү эштәре дауам итәсәк.
Тәүге медицина-санитар ярҙам системаһын үҫтереүгә килгәндә, ыйыл медицина модулле АНСАТ вертолетында 84 осош яһау күҙаллана.
Составында төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре һәм тәүге ҡан тамырҙары бүлексәләре булған һигеҙ медицина ойошмаһы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Федераль бюджет иҫәбенә 30 медицина ҡорамалы, шул иҫәптән, юғары технологиялы ангиограф һәм ике компьютер томографы алынасаҡ. Республика бюджеты иҫәбенән медицина реабилитацияһы өсөн 148 ҡорамал өс медицина ойошмаһына ебәреләсәк.
2024 йылға хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙең үлем күрһәткесен кәметеү, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү, тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙалана алыуын тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы башҡарыла.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: