Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2021, 14:41

Армия хеҙмәте хаҡлы ялға сыҡҡанда ярҙам итәсәк

Федерация Советы менән Хеҙмәт министрлығы армияла хеҙмәт иткән йылдарҙы алдан пенсияға сыҡҡанда хеҙмәт стажына индерергә уйлай.

Федерация Советы менән Хеҙмәт министрлығы армияла хеҙмәт иткән йылдарҙы алдан пенсияға сыҡҡанда хеҙмәт стажына индерергә уйлай.
Сенатор Елена Бибикова хәбәр итеүенсә, армияла хеҙмәт итеү кешенең Конституцияла яҙылған бурысы һәм кешенең һайлау юлы юҡ. Шуға армияға бармаған кеше барғанына ҡарағанда пенсия мәсьәләһендә уңайлырак шарттарҙа ҡала.
Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме менән законға үзгәрештәр индерелде һәм уға ярашлы, оҙаҡ эшләгән, эш стажы күп булған рәсәйҙәр ташламалы шарттарҙа пенсияға сыға ала. Был категорияға 42 йыл стажы булған ирҙәр һәм 37 йыл эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар инә.
Шуныһы ла бар: ниндәйҙер айырым һөнәре булмағандар, 25 йыл стажы булһа ла, пенсияға алдан сыға алмаясаҡ.
Читайте нас: