Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2021, 11:09

Максим Забелин - вице-премьер итеп тәғәйенләнде

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министры булып та ҡала.

Максим Забелин демография, һаулыҡ һаҡлау, халыҡҡа медицина ярҙамы ойоштороу, дәүләт, ғаилә һәм социаль сәйәсәте, хеҙмәт һәм халыҡтың мәшғүллеге мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк.
Был ҡарар республикала Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан итеүгә лә бәйле. Йылдың төп маҡсаты – үлем осраҡтарын кәметеү. Бында һаулыҡ һаҡлау тармағының эше ныҡ ҙур булырға тейеш.
Фото: rbc.ru
Читайте нас: