Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2021, 18:06

"Балалыҡтың хәүефһеҙ юлдары" конкурсының төбәк этабы үтте

Белоретта "Балалыҡтың хәүефһеҙ юлдары" республика конкурсының төбәк этабы үтте.

Белоретта "Балалыҡтың хәүефһеҙ юлдары" республика конкурсының төбәк этабы үтте.
КВН-да Учалы, Әбйәлил, Бөрйән райондары, Белорет һәм Межгорье ҡалалары командалары көс һынашты. Командалар уйынын мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, Белорет районы буйынса ЮХХДИ бүлеге начальнигы Рөстәм Таипов, отставкалағы подпоковник Иршат Фәйзуллин, Белорет автомәктәбе начальнигы Рәшид Таһиров һәм “Досуг” йәштәр үҙәге вәкилдәре баһаланы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Миндәктең “Газға баҫма” командаһы беренсе урынға сыҡты. Улар конкурстың финалында көс һынаясаҡ.
Фотолар: хакимиәт сайтынан.
Читайте нас: