Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторған эксперт комиссияһы ултырышында “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусыларҙың проекттарын яҡлау этабы тамамланды.
“Айыҡ ауыл-2020” конкурсына былтыр августа старт бирелгәйне. Декабргә хәтлем муниципаль этап үткәрелде, унда 54 район да ҡатнашты. Республика этабына 54 ауыл сыҡты, һәр райондан берәр ауыл еңеүсе тип иғлан ителгәйне. Икенсе этапта бәйгеселәр үҙҙәрендә спорт һәм мәҙәни саралар ойошторҙо, уларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары ла саҡырылды. Конкурс барышында республикала махсус “ҡыҙыу бәйләнеш”тәр, алыҫ райондарға табиптарҙың, белгестәрҙең сәфәрҙәре ойошторолдо.
25 февралдән башланған республика этабында ҡатнашыусылар эксперт комиссияһы алдында үҙ проекттарын яҡланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Эльвира Айытҡолова етәкселек иткән комиссияның тәүге ултырышына Әлшәй, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай райондары вәкилдәре килде. Улар үҙ төбәктәрендә үткәрелгән эшмәкәрлек тураһында ентекләп һөйләне, үткәрелгән сараларҙы видеосюжеттар һәм башҡа күргәҙмә әсбаптар менән раҫлай барҙы. Төрлө профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәренән торған коммиссия ағзаларынан уларға һорауҙар ҙа байтаҡ булды.
«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан 45 ауылы араһынан республика этабына Шығай ауылы сыға. «Конкурс сиктәрендәге саралар яңы форматта, халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп ойошторолдо. Йүнселдәрҙең эшен күрһәтеп, уларҙы артабан эшҡыуар итеп үҫтереү саралары күрһәтелде», — ти Белорет районы хакимиәтенең әйҙәүсе белгесе, ойоштороу комитеты ағзаһы Эльза Мөхәмәҙиева.
«Ауылда төрлө йүнәлештә шөғөлдәр алып барған оҫталарҙы тупланыҡ. Ағас, ҡул эштәре, буҙа ҡойоу, биҙәүестәр яһау менән шөғөлләнгән һәләтле кешеләрҙе саҡырҙыҡ, улар менән бизнес-шериф, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе, халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы вәкилдәре осрашыуға килде һәм грант алыу, ниндәй субсидиялар, адреслата социаль ярҙам алырға мөмкинлектәрен аңлатты», — ти Шығай ауыл советы башлығы Хәлим Ғәлиастанов.
Халыҡ һаны буйынса ауылдар төрлөсә булғанлыҡтан, баһаны ғәҙел итеү маҡсатында, конкурс йомғаҡтары түбәндәге категорияларға бүленеп ҡарала: халҡы өс мең кешенән ашыу булған ҙур ауылдар, бер меңдән алып өс меңгә саҡлы кеше йәшәгәндәр, 200-ҙән алып бер меңгә ҡәҙәр булғандары, халыҡ һаны 200-ҙән аҙыраҡтар. Шулай итеп, дүрт категория буйынса 12 еңеүсе асыҡланасаҡ. Уларға республика Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса программаһына инергә хоҡуҡ биргән сертификаттары тапшырыласаҡ.
Был сертификаттар түбәндәге категорияларға бүленә: беренсе урын өсөн – биш миллион һум; икенсегә – өс миллион һум; өсөнсө урынға – ике миллион һум. Тимәк, 2020 йылдағы еңеүселәрҙең дөйөм приз фонды 40 миллион һум тәшкил итәсәк.
"Башҡортостан" гәзитенән.