Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2021, 16:59

Түләмәҫкә лә хаҡтары бар

Башҡортостандың йөк ташыуҙарҙы ойоштороу үҙәге етәксеһе Рәфис Әхмәтдиновтың әйтеүенсә, түләү терминалы эшләмәгән осраҡта, йәмәғәт транспортында йөрөгән өсөн пассажирҙың хаҡ түләмәҫкә хоҡуғы бар.

Башҡортостандың йөк ташыуҙарҙы ойоштороу үҙәге етәксеһе Рәфис Әхмәтдиновтың әйтеүенсә, түләү терминалы эшләмәгән осраҡта, йәмәғәт транспортында йөрөгән өсөн пассажирҙың хаҡ түләмәҫкә хоҡуғы бар.
“Түләү терминалы эшләмәй һәм шул сәбәпле транспортта йөрөгән өсөн аҡса түләй алмайһығыҙ икән, водителдәр транспорт хеҙмәте күрһәтеүҙән баш тарта алмай. Был осраҡта йөк ташыусы пассажирҙан юл өсөн хаҡ түләтмәй генә хеҙмәт күрһәтергә, багажын илтергә тейеш. Өҫтәүенә водитель мотлаҡ рәүештә билет бирергә бурыслы, сөнки ул пассажир менән юл йөрөүгә килешеү төҙөлөү фактын раҫлаған документ булып тора. Бынан тыш, билет бирелһә, тикшереүсе контролерҙар менән мәсьәләне асыҡларға тура килмәйәсәк”, - тип аңлата Рәфис Әхмәтдинов.
Әгәр ҙә транспорт картаһы төҙөк булмаһа, пассажир юл йөрөү өсөн түләүҙән баш тарта алмай. “Әгәр ҙә терминал эшләмәй икән, транспорт сараһы төҙөк түгел тип иҫәпләнә, тимәк, йөк ташыусы пассажирҙар ташыу буйынса хеҙмәт күрһәтмәҫкә тейеш. Бөтә йөк ташыусылар ҙа үҙ бурыстарын яҡшы белә, был хаҡта килешеү төҙөлгән”, - ти етәксе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2019 йылда ғына йәмәғәт транспортына урынлаштырыу өсөн 4,5 меңдән ашыу түләү терминалы бирелгән.
Әле Башҡортостанда, республика етәксеһе ҡушыуы буйынса, йәмәғәт транспортында иҫкәртеү рейдтары дауам итә, контроль-касса техникаһын ҡулланыу буйынса закон талаптары тикшерелә.
Фото: www.instagram.com
Читайте нас: