Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2021, 16:35

Халыҡ кәсептәрен тергеҙеү - зарури эш

Халҡыбыҙҙың милли-мәҙәни мираҫына ҡыҙыҡһыныу уятыу, борондан килгән кәсеп- шөғөлдәрҙе тергеҙеү һәм шуның менән тарихи асылға ҡайтыу — бөгөнгөнөң иң мәслихәт күренештәренең береһелер. “Айыҡ ауыл - 2020” республика конкурсы һәм Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Шығай ауылында уҙған “Ҡорама — башҡорт халҡы тарихының бер өлөшө” исемле семинар-практикум да кәсеп-һөнәрҙәргә ҡайтанан һулыш өрөү, тарихи йәшәйеште уҙған, бөгөнгө һәм киләсәк менән бәйләп күрһәтеү зарурлығын маҡсат итте.

Мәртәбәле сарала муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Теләүбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, тәбиғәт ресурстарынан файҙаланыу һәм экология хәүефһеҙлеге йәһәтенән һорауҙар буйынса йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ буйынса комиссия координаторы Рәшит Шәйҙуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ буйынса комиссия белгесе Радмир Усманов, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов, муниципаль район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Андрей Гревцев, район хакимиәтенең агросәнәғәтте үҫтереү, ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрен анализлау һәм прогнозлау бүлеге мѳдире Максим Сѳләймәнов, райондың мәшғүллек үҙәге инспекторы Наталья Карманова һәм милли кәсеп-шөғөлдәрҙе үҙ иткән райондаштар, ауыл халҡы ҡатнашты.
Семинар-практикумдың тәүге өлөшөндә ҡунаҡтар мәҙәни үҙәк фойеһында урынлашҡан күргәҙмә-йәрминкә менән танышты. Урындағы маһирҙар арҡылы әҙерләнгән ҡаҙы, буҙа, талҡан, ҡорот, сәк-сәк, бәлеш кеүек милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәр, халҡыбыҙҙың туй йолаһына ҡағылышлы бирнәлек әйберҙәр, милли кейемдәр, биҙәүестәр, ҡораманың, кейеҙҙең һәр төрө, йорт йыһаздары, эш ҡоралдары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Үткәл ауылынан Зәйтүнә Хажинаның тамъяндарға хас һаҡал-баш кейемдәре, үҙе һуҡҡан тирүгәләре, Фәрзәнә һәм Ришат Хәйбуллиндарҙың һуҡма балаҫ-келәмдәре, йорт йыһаздары, Шығайҙан Нурбикә Канафинаның йәйғор төҫтәрен балҡытҡан ҡорамалары, Фәниә Вәлиәхмәтованың үҙенсәлекле зауыҡ менән
башҡарылған ҡул эштәре, Белореттан Лилиә Әмирханованың ҡыҙ балаға тәғәйен бирнәлек әйберҙәре барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Һәр йәһәттән булдыҡлы яҡташтарыбыҙ - Зәйнәп һәм Азамат Заһиҙуллиндарҙың оҫоллоғо, ата-бабаларҙан ҡалған кәсеп-шөғөлдәрҙе ихлас ғәмәлгә ашырыуы айырыуса һоҡландырҙы. Зәйнәп ике төрлө ысул менән буҙа ҡойһа, Азамат иһә сыбыртҡы-ҡамсылар ишә, батман-тәпәндәр, эш ҡоралдары, солоҡ, һандыҡ кеүек әйберҙәр эшләй.
- Бер-ике йыл элек солоҡ-батмандар яһау менән мауығып киттем. Эштең рәт-сиратына төшөнөр өсөн хатта Бөрйән оҫталарына барып, өйрәнеп ҡайттым. Һандыҡ кеүек өй йыһаздарын эшләп ҡарау, ҡамсы ишеү ҙә күптәнге ниәт ине. Шөкөр, эшләгәнгә эш ҡарышмай, яйлап ҡына һәммәһе лә килеп сыға, - ти ишле ғаилә башлығы Азамат Вәхит улы.
Шығай башҡорт мәҙәни үҙәгенең “Аҡтамыр” боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү халыҡ клубы ағзаларының һарыҡ йөнөнән ҡурсаҡтар әүәләү буйынса оҫталыҡ дәресе, оҫоллоларҙың ҡорама ҡороу, ағасҡа семәр уйыу кеүек һөнәрҙәрҙең нескәлектәренә төшөндөрөүе шулай уҡ мауыҡтырғыс ине. Шығай килендәре Мәүсилә Ғәлиуллина ҡойған шифалы буҙа, Венера Эниева бешергән хуш еҫле тәғәмдәр янынан иһә тыныс үтеүселәр булманы. Ауыл егере Әсҡәт Хәйруллиндың ҡарағай сайырынан боронғо рецепт буйынса ҡайнатҡан тәбиғи һағыҙы, шулай уҡ йәшел сәйҙәр менән дә ихлас ҡыҙыҡһынды ҡунаҡтар.
Сараның икенсе өлөшө күпләп мал-тыуар аҫраған, ҡош-ҡорт тотҡан, төрлө кәсептәрҙе үҙләштергән һәм шуның арҡылы үҙе етештергән продукция менән сауҙа иткән ауыл кешеләренә ҙурыраҡ даирәлә үҙ эшен асыу мөмкинлеге буйынса эшлекле һөйләшеүҙән ғибәрәт ине. Был йәһәттән Андрей Гревцев районда эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу юлдарын барлаһа, Максим Сөләймәнов ауыл кооперацияларын үҫтереү, фермерҙарға матди ярҙам күрһәтеү тәңгәленән төплө аңлатма бирҙе. Райондың мәшғүллек үҙәге инспекторы Наталья Карманованың эшһеҙ ҡалғандарға бер тапҡыр түләнә торған финанс ярҙам тураһындағы мәғлүмәте лә урынлы булды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, үҙ сиратында, халыҡ кәсептәрен үҫтереү, кешеләрҙең мәшғүллеге, донъя ҡотайтырға тырышып тороуы - айыҡлыҡҡа тура юл икәнлеген аңғартты. Рәсих Хәмитов иһә сығышын Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә, туризмды йәйелдереүгә, федераль һәм төбәк программаларының ни рәүешле ғәмәлләшеүенә арнаны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ буйынса комиссия координаторы Рәшит Шәйҙуллин республикала эске туризмды үҫтереүҙе күҙаллаған “Башҡортостан легендаһы” һәм ауыл хужалығын
күтәреүҙе маҡсат иткән ҡулланыусылар кооперативтары программалары менән таныштырып үтте. Бөтә донъя
башҡорттары ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ буйынса комиссия белгесе Радмир Усмановтың һәр райондың үҙенә генә хас үҫеш мөмкинлектәренә, эшҡыуарлыҡ йәһәтенән бәйләнештәрҙе арттырыуға арналған сығышы ла семинарҙа ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Сара барышында “Айыҡ ауыл -2020” республика конкурсын ойоштороуҙа һәм дөйөм йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәткән фиҙаҡәрҙәр - Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре Айгизә Әбҡәдирова, Дилбәр Рәхмәтова, Шығай ауыл “Тамъян” модель китапханаһы мөдире Ольга Ғәлиуллина, һәр эштең уртаһында ҡайнаған актив йәмәғәтсе, ҡорама оҫтаһы Нурбикә Канафина район-ҡала башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде.
Читайте нас: