Ошо көндәрҙә Республика клиник онкология диспансерында ике заманса ультразвук терапияһы комплексы эшләй башланы.
Юғары технологияһы йыһаз сәләмәт туҡымалар өсөн дозаны кәметең мөмкинлеге бирә. Медицина учреждениеһының баш табибы Адель Измайлов билдәләүенсә, барлыҡ энергиялар өсөн дозаның юғары ҡеүәте теләһә ниндәй күләмдәге, формалағы һәм ҡатлауҙағы яман шештәргә 15 минут эсендә радиохирургия дауалауы үткәреү мөмкинлеге бирә. Баш табиб был йыһаз менән дауалауҙың ультразвук терапияһының барлыҡ процедуралары ваҡытын һиҙелерлек ҡыҫҡартыуын асыҡлай. Комплекстар 6D өҫтәлдәр менән тәьмин ителгән. Әлеге ваҡытта был комплекстар ярҙамында 50-гә яҡын сирле дауалана.
Владимир Путиндың май указы менән тормошға ашырылған “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә республиканеың медицина ойошмаларына заманса йыһаздар ҡайтарыу дауам итә.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан