-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2021, 13:56

Ил етәксеһе балаларға түләүҙәрҙе тәртипкә һалыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Президент Владимир Путин өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәрҙе тәртипкә һалыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.

Президент Владимир Путин өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәрҙе тәртипкә һалыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.
Ул ғаиләнең йән башына тап килгән уртаса килемгә туранан-тура бәйле буласаҡ.
Документҡа ярашлы, түләүҙең күләме балалар өсөн төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумының 50, 75, хатта 100 процентын тәшкил итеүе ихтимал. Указда, балалар өсөн йәшәү минимумының үҙгәреүенә бәйле, түләү күләме йыл һайын яңынан иҫәпләнә, тип әйтелә.
Яңы тәртип ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан индерелә. Балаларға яңыса түләү алыу өсөн, 1 апрелгә тиклем ғариза яҙырға кәрәк.
Башҡортостанда балалар өсөн йәшәү минимумы 2021 йылдың 1 ғинуарынан 10 077 һум тәшкил итә.