Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2021, 12:59

Ирекмәндәр водителдәрҙе йылы аш менән һыйланы

“Берҙәм “Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәр” Берҙәм ирекмәндәр үҙәге активистары насар һауа торошо арҡаһында трассаларҙа туҡтарға мәжбүр булған ҙур йөк машиналары водителдәренә йылы аш таратты.

“Берҙәм “Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәр” Берҙәм ирекмәндәр үҙәге активистары насар һауа торошо арҡаһында трассаларҙа туҡтарға мәжбүр булған ҙур йөк машиналары водителдәренә йылы аш таратты.
Кисә ирекмәндәр Межгорьенан Инйәргә тиклем арауыҡта алыҫ юлға сыҡҡан водителдәргә 26 комплекслы йылы аш таратҡан. Йылы ашты Межгорьеның мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең “Джаз” кафеһы әҙерләгән. Кискә тиклем тағы ла 14 йыйылма мохтаждарға тапшырылған.
“Водителдәрҙең күпселеге, кемдәргә ярҙам күрһәтелгән, икенсе төбәктән, хатта башҡа илдән килгән һәм беҙҙең төбәктә тәүге тапҡыр. Водителдәр күп йылдар эшләү дәүерендә бындай ярҙамды тәүге тапҡыр күрә һәм рәхмәттәрен еткерә”, тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары Руслан Латипов.
Фото: социаль селтәрҙәрҙән.
Читайте нас: