Мостай Кәримдең “Өс таған” повесы буйынса режиссер Айнур Асҡаров төшөргән фильм дүрт көнлөк прокат эсендә Рәсәй тамашасыһының һөйөүен яуланы. Фильм байрамда миллион һумдан ашыу касса йыйымы килтерҙе, уны ете меңдән ашыу кеше ҡараны.
Кинозалдарҙа фильмдар күрһәтеү тураһындағы федераль мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәре буйынса, "Өс таған" илебеҙҙә 20 иң шәп кино иҫәбенә ингән. Һәр тамашасы уны тик ыңғай яҡтан баһалай һәм оҡшауын белдерә.
Мәғлүм булыуынса, продюсер һәм режиссер Айнур Асҡаров етәкселегендә фильмды 2018 йылда төшөрә башлайҙар. Киноның күп өлөшө Ғафури районының Толпар ауылында төшөрөлгән. Тәүге тамашасы ла Толпар ауылы халҡы була – уларға киноны былтыр 1 августа күрһәтәләр.
11 мартта Белорет тамашасыһы ла нәфис фильмды "Металлург" кинотеатрында ҡараны. Әйткәндәй, фильмды тауышлы итеүҙә ҡаланың башҡорт гимназияһы һәм лицей-интернат уҡыусылары ярҙам итте.