Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2021, 13:27

Тамашаларҙы тулы залдарға ҡарарға мөмкин

Республикала театрҙарға, кинотеатрҙарға һәм мәҙәниәт йорттарына тамаша залдарын 100 процентҡа тултырырға рөхсәт ителде.

Республикала театрҙарға, кинотеатрҙарға һәм мәҙәниәт йорттарына тамаша залдарын 100 процентҡа тултырырға рөхсәт ителде.
Коронавирусҡа бәйле хәлдең тотороҡлана барыуын иҫәпкә алып, ковидҡа ҡаршы штаб ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
“Спорт ярыштарын ҡарарға килеүселәр һанына ҡағылышлы сикләүҙәр ҙә бөтөрөлә. Әлбиттә, санитария-эпидемиология саралары ҡәтғи күҙәтелергә тейеш. Төп хәүефһеҙлек талаптары үҙгәрешһеҙ ҡала. Улар – битлек кейеү, социаль арауыҡты күҙәтеү, шулай уҡ биналарҙы санитар эшкәртеү”, – тип билдәләй Радий Хәбиров.
Бынан тыш, ултырышта 65 йәштән өлкән һәм хроник ауырыуҙарҙан яфаланыусы кешеләргә үҙизоляция режимын дауам итеү-итмәү мәсьәләһе лә тикшерелде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Роспотребнадзор вәкилдәре улар өсөн үҙизоляция режимын бөтөрөү әлегә иртәрәк булыуын белдерҙе. 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник ауырыуҙар менән сирләүселәр өсөн мотлаҡ үҙизоляция 25 мартҡа тиклем дауам итә.
Фото: yandex.com
Читайте нас: