Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2021, 11:38

Сәләмәтлек акцияһы башлана

Республика ауылдарында йәшәүселәргә медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын күтәреү маҡсатында 19 апрелдән “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы старт ала. Уның маҡсаты—сирҙәрҙе мөмкин тиклем алдан асыҡлау, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология ауырыуҙарын профилактикалау.

Графикка ярашлы, Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйынса төрлө медицина йүнәлешендәге «Сәләмәтлек поездары» йөрөйәсәк.

Акцияла Һаулыҡ үҙәктәре, күсмә фельдшер-акушер пункты, күсмә флюорография, маммографтар ҡатнаша. Бынан тыш, республика медицина учреждение белгестәре, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының, республика кардиология үҙәгенең, республика стоматология поликлиникаһының күсмә диагностика комплекстары ярҙамға ашыға.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, 2020 йылда 19471 кеше, шул иҫәптән 13839 флюорография, 5632 маммаграфия тикшереүе үткән. 886 социаль әһәмиәтле сир табылған. Шул иҫәптән 111 – яман шеш, 160 – шәкәр диабеты, 582 юғары ҡан баҫымы, 33 кеше туберкулез хәүефе осрағы асыҡланған. Бөтә пациенттар ҙа диагнозды аныҡлау өсөн тикшереүгә һәм дауаланыуға ебәрелгән.
Фото: zvezda-gafuri.rbsmi.ru
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: