Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2021, 09:04

Ташҡынға әҙерлек башланды

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы ултырышы үтте.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы ултырышы үтте.
Сарала ағымдағы гидрометеорология һәм яҙғы ташҡын кимәлен алдан күҙаллауҙар күрһәтелде, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәренең Башҡортостандағы территориаль системаһының көс һәм саралары, гидротехник ҡоролмаларҙың 2021 йылда ағын һыуҙарҙы үткәреүгә әҙерлеге ҡаралды.
19 мартта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәренең Башҡортостан территориаль системаһындағы көс һәм саралар тикшереләсәк. Ә инде 25 мартта яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса һуңғы хәл торошо әйтеләсәк.
Ташҡынға ҡаршы комиссия эше һөҙөмтәһе буйынса муниципаль район хакимиәттәре һәм ҡала округтары башлыҡтарына яҙғы миҙгелде хәүефһеҙ үтеүгә бәйле тәҡдимдәр еткерелде. Шулай уҡ комиссия республика ҡаҙнаһы иҫәбенән финансланасаҡ был саралар сығымының сметаһын, район-ҡалаларҙа яҙғы ташҡынға әҙерлек барышын, уны үткәреүҙе контролдә тотоу буйынса комиссия ағзаларын беркетеүҙе раҫланы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас: