Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2021, 15:31

Йәнә ике кеше коронавирус ҡорбаны булған

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда йәнә ике кеше коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булған. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 310 кешенең ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 129 осрағы раҫланған. Республикала йәмғеһе 30,2 меңгә яҡын сирле теркәлгән.
«Хәҙерге ваҡытта 262 пациент – стационарҙа, уларҙың 17-һе — ауыр хәлдә, — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Ә 5 083 сирле амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә 204 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия башланғандан бирле барлығы 24,5 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан».
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, уҙған тәүлектә республикала 145 ошондай осраҡ асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта 138 кеше һауығып сыҡҡан.
Читайте нас: