Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2021, 10:59

Ял көндәрендә һиҙелерлек йылыта

Ял көндәрендә Башҡортостанда 6 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итә республика синоптиктары.

Ял көндәрендә Башҡортостанда 6 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итә республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн төбәктә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 8-13 метр.
Һауа температураһы көндөҙ — минус 9-14 градус.
Автомобиль юлдарының айырым участкаларында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.
Шәмбе яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — минус 17-22, урыны менән 27 градус һыуыҡ. Көндөҙ йылыраҡ — минус 6-11 градус.
Йәкшәмбе һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Синоптиктар яуым-төшөмһөҙ һауа торошо вәғәҙәләй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — минус 17-22, урыны менән 27 градус һыуыҡ. Көндөҙ — минус 6-11 градус.
Фото: fotokto.ru
Читайте нас: