«Күреүебеҙсә, инфекция сигенә, ләкин күңелдә ниндәйҙер шом бар. Ил тирәләй барыһы ла бик ҡатмарлы. Күп илдәр йәнә карантинға ябыла. Беҙгә яҡын төбәктәрҙә көн һайын 200-300 сирле теркәлә. Мине коронавирустан үлемдең сигенмәүе ҡурҡыта. Рәсәйҙә ауырыу йоҡторғандарҙың һаны өс тапҡырға кәмене, ә үлем осраҡтары ярайһы уҡ юғары, аҙна һайын бер нисә кешене ерләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров.