Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы “Спутник V” вакцинаһын онкологик сирлеләрҙә һынай башлағандар. Был хаҡта Гамалея исемендәге үҙәк директоры YouTube-каналындағы «Соловьев Live» эфирында белдергән.
Белгес әйтеүенсә, онкологик сирҙәрҙең береһе лә прививка эшләтеүгә ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Бары тик ауырыу химия терапияһы, күҙәнәктәрҙең үрсеүен кәметкән препараттар ҡабул иткән мәлдә генә вакцина яһатырға кәңәш ителмәй.
“Әгәр онкологик сирле кеше ундай осраҡтарҙа вакцина яһатһа, прививканан бер зыян да күрмәйәсәк, шул уҡ ваҡытта вакцинацияның һөҙөмтәһе лә булмаясаҡ”, - тип һығымта яһаған үҙәк етәксеһе.
Бынан тыш, “Спутник V” прививкаһын Квинке шешенеүе кеүек ауыр төрҙәге аллергия күҙәтелгән кешеләргә яһатыу тыйыла, сөнки вакцинациянан һуң уларҙа анафилактик шок булыуы ихтимал.