Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалығының яҙғы форумы сиктәрендә үткән “Төҙөкләндереү. Уңайлы мөхит” һәм “Инженерлыҡ системалары. Яҡтыртыу техникаһы” күргәҙмәләрен ҡараны.
Унда Мәскәү, Татарстан, Сыуашстан һәм республикабыҙ район-ҡалалары компаниялары ҡатнашты. “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә комплексында улар биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн иң яңы материалдар һәм технологиялар – спорт һәм уйын майҙансыҡтары ҡорамалдары, урам ҡатламының заманса төрҙәре, яҡтыртыу системалары, кесе архитектура формалары, эскәмйәләр, кәртәләр һәм башҡа күп нәмәләр тәҡдим итте.
Ҡайһы бер компаниялар инженерлыҡ системаһын һәм ҡорамалдарын, шулай уҡ “аҡыллы йорт” технологияларын күрһәтте. Улар, даими мониторинг өсөн мобиль интерфейстарҙы файҙаланып, коммуналь ресурстарҙы һөҙөмтәле тотоноу мөмкинлеген бирә.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары ла алдынғы технологиялар тәҡдим итте. Мәҫәлән, “ЭКО-Сити” компанияһы үҙе хеҙмәтләндергән территорияла онлайн-сервистар ярҙамында сүп ташыусы машиналарҙың эшен контролдә тота. Бынан тыш, “Полимак” предприятиеһы республика Башлығына ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарын рекультивациялау өсөн продукция өлгөләрен күрһәтте.
Балалар экология-биология үҙәге аҙашҡан эттәр өсөн ваҡытлыса приют, йорттар түбәләрендә парк майҙансыҡтары, шулай уҡ урам парктарында уҡыу зоналары ойоштороу проекттары тәҡдим итте.
– Урамда уҡыу зоналары булдырыу – яҡшы идея, – тине Радий Хәбиров. – Юғары уҡыу йортона инеү имтихандарына әҙерләнгәндә мин дә парктағы эскәмйәгә ултырып шөғөлләнгәйнем. Бик уңайлы булмағанын хәтерләйем. Шулай булғас, һеҙҙең идеяғыҙ тураһында уйларға кәрәк.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан