Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2021, 12:19

Яҙғы ташҡынға яҡынса фараз билдәле булды

15 мартта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская Башҡортостанда яҙғы ташҡынға яҡынса фараз менән таныштырҙы.

«Һыуҙың максималь кимәле норманан 10 процентҡа түбәнерәк булыуы көтөлә, — тине Вилора Горохольская. — Ләкин, максималь кимәлдәрҙе үткән осраҡта, дала һәм тау йылғаларының һыубаҫар туғайҙарында урынлашҡан ауылдарҙың һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал».
Ведомство башлығы билдәләүенсә, төбәктә һалҡын һауа торошо март аҙағына тиклем һаҡлана, ошо аҙнаның һуңында бер аҙ йылыта.
«Ләкин ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына йылыта, аҙаҡ теромометр бағанаһы -5,-10 күрһәтһә, көндөҙ иһә ҡояш нурҙары аҫтында +2,-3 градус була», — тине Башгидрометүҙәк етәксеһе.
Анығыраҡ мәғлүмәттәр 25 мартҡа билдәле була, улар өҫтәмә рәүештә хәбәр ителә. Махсус хеҙмәттәрҙең, шул иҫәптән Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм Экология министрлығының көстәре яҙғы ташҡынды ҡаршы алырға әҙер.
Читайте нас: