– Быйыл беҙгә кәмендә 100 уңайлы юл буйы сервисы объектын төҙөргә, булған 100-өн яңыртырға кәрәк, – тип әйтеп үтте Андрей Назаров.
Йәй уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаға республиканың юл буйы инфраструктураһын әҙерләү өсөн модулле конструкцияларҙы файҙаланыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Уларҙы өс вариантта әҙерләргә тәҡдим ителә. Беренсеһе – 15 урынлыҡ кафе, ике бәҙрәф бүлмәһе. Икенсеһе – 25 урынлыҡ кафе, биш бәҙрәф бүлмәһе, шулай уҡ намаҙ бүлмәһе. Өсөнсөһө – 40 урынлыҡ кафе, 10 номерлы ҡунаҡхана, душ бүлмәләре, ете бәҙрәф бүлмәһе, ял бүлмәһе, намаҙ бүлмәһе. Инде булған объекттар буйынса аудит уҙғарыла. Ул 11 төп параметр буйынса алып барыла. Һөҙөмтәләрен Башҡортостан Инвестициялар картаһында күрергә мөмкин.