Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2021, 11:12

Башҡортостан Республикаһы Чемпионаты һәм Беренселеге үтте

Үткән ял көндәрендә “Ҡурташ” күнекмәләр комплексы базаһында екке спорты буйынса Рәсәй Кубогының икенсе этабы һәм Башҡортостан Республикаһы Чемпионаты һәм Беренселеге үтте.

Үткән ял көндәрендә “Ҡурташ” күнекмәләр комплексы базаһында екке спорты буйынса Рәсәй Кубогының икенсе этабы һәм Башҡортостан Республикаһы Чемпионаты һәм Беренселеге үтте. Тәүге тапҡыр Белорет ерлегендә үткән ярыштарҙа 3, 5, һәм 33 саҡрым дистанцияға уҙыштылар.
Екке эттәр һәм уларҙың хужалары Рәсәйҙең Алтай, Яҡут, Тюмень, Һамар, Пенза, Свердловск өлкәләренән һәм төбәктәренән йыйылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Белореттан ҡатнашыусылар булманы.
Ҡунаҡтар һәм белореттар ярыштарҙан йылы тәьҫораттар алды. Ә иң мөһиме, төрлө тоҡомло эттәр береһен дә битараф ҡалдырманы. Барыһы ла, айырыуса балалар, улар менән фотоға төштө, уйнаны.
Читайте нас: