Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2021, 11:29

Оборонаға һәм хеҙмәткә һәр ваҡыт әҙерҙәр

13-14 мартта Салауатта уҡыусылар араһында “Оборонаға һәм хеҙмәткә әҙер!” комплексын тапшырыу буйынса Ҡышҡы фестивалдең республика этабы үтте.

13-14 мартта Салауатта уҡыусылар араһында “Оборонаға һәм хеҙмәткә әҙер!” комплексын тапшырыу буйынса Ҡышҡы фестивалдең республика этабы үтте.
Республиканың 26 район һәм ҡалаһынан 9 йәштән 15 йәшкә тиклемге иң шәп спортсылар йыйылды.
Белорет районы намыҫын спорт һәм тау саңғыһы мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре яҡланы. Команда иҫәбе буйынса Белорет районы беренсе урынды яуланы.
Фестивалдең тәүге көнөндә ҡатнашыусылар оҙонлоҡҡа һикереү, электрон ҡоралдан атыу һәм башҡа күнекмәләр буйынса нормативтарҙы үтәне. Икенсе көн саңғы уҙышында үҙ көстәрен һынаны.
Фото: Интернет селтәренән.
Читайте нас: