Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2021, 10:52

Тыуым артыуы күҙәтелә

Республикала тыуым һаны кәмеүенә ҡарамаҫтан, Белорет район-ара перинаталь үҙәгендә, киреһенсә, тыуым арта. 2020 йылдың ике айы менән сағыштырғанда, быйылғы йылдың ғинуар, февраль айҙарында тыуым 10 процентҡа күберәк булған, йәғни 85 бала тыуған.

Был инде буласаҡ әсәйҙәрҙең, шул иҫәптән башҡа ҡала-райондарҙан да, Белорет бала табыу йортона өҫтөнлөк биреүен аңлата. Әйткәндәй, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә медицина учреждениеһында күп эштәр атҡарыла. Район-ара бала табыу йортонда медицина ҡорамалдарының сифатлы булыуы, квалификациялы белгестәр эшләүе төрлө кимәлдәге хәүеф дәрәжәһенә ҡараған ҡатын-ҡыҙҙарҙы күҙәтеү, ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләп һауыҡтырыу мөмкинлеге бирә.
“Перинаталь үҙәктә сабыйҙар һәм әсәләр өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Йылы палаталар, үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр эшләй”, - ти буласаҡ әсәйҙәр.
Медицина учреждениеһына Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет һәм Межгорье район-ҡалаларынан буласаҡ әсәйҙәр килә.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: