-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2021, 10:37

114 меңдән ашыу кеше «Спутник V» вакцинаһының беренсе компонентын алған

Башҡортостанда коронавирустан прививка яһатыу кампанияһы әүҙем дауам итә. Прививканы 130 пунктта эшләтергә мөмкин. 15 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мобиль вакцинация пункты асылды.

Башҡортостанда коронавирустан прививка яһатыу кампанияһы әүҙем дауам итә. Прививканы 130 пунктта эшләтергә мөмкин. 15 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мобиль вакцинация пункты асылды. Ул эш көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 8-гә тиклем эшләй. Ике көндә унда 250-нән ашыу кешегә прививка яһалған.
Дөйөм алғанда, республикала 114 меңдән ашыу кеше «Спутник V» вакцинаһының – беренсе компонентын, ә 68 мең кеше беренсе һәм икенсе компонентын да алған.
Ял һәм байрам көндәрендә Белоретта, Дәүләкәндә, Күмертауҙа, Мәләүездә, Нефтекамала, шулай уҡ Йылайыр, Иглин, Языково, Фёдоровка, Кушнаренко, Үрге Йәркәй ауылдарында мобиль вакцинация пункты эшләй.
«Коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияны дауам итеү зарур. Беҙ 114 меңдән ашыу кешегә прививка яһаныҡ, ошо ауырыуҙы еңеү өсөн кәмендә 2 миллион кешегә вакцина эшләргә кәрәк», — тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров «Һаулыҡ сәғәте»ндә.