Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2021, 10:22

Фоточелленджда ҡатнашығыҙ!

Ҡырымға ял итергә барҙыңмы? Ул һинең күңелеңдә ниндәй тәъҫораттар ҡалдырҙы? Республика халҡын 18-21 март көндәрендә #Крымскаявесна фоточелленджында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ҡырымда ял итеү һәм сәйәхәттәр тураһындағы хис-кисерештәрегеҙ һәм хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ. Ҡатнашыу өсөн Facebook, Instagram, ВКонтакте һ.б. социаль селтәрҙәрҙә фотолар урынлаштырырға һәм эстафетаны дуҫтарыңа, туғандарыңа тапшырырға кәрәк.

Бөгөн Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу көнө. Был иҫтәлекле датаға ете йыл тула. Ошо байрам айҡанлы баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм район-ҡалаларҙа концерттар, ярыштар, йәрминкәләр, күргәҙмәләр, презентациялар, асыҡ дәрестәр, ә социаль селтәрҙәрҙә фоточеллендж үтәсәк.
Ҡатнашыу өсөн түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк:
- Социаль селтәрҙәргә Ҡырымда төшкән фото урынлаштырырға;
- Ҡырымға бәйле берәр хәл турында һөйләргә;
- хэштегтар ҡуйырға: #Крымскаявязна #Россевастополькрым
- эстафетаны 5 кешегә тапшырырға, уларҙың аккаунттарын билдәләп үтергә.
Иң күп лайк йыйған фотоһүрәттәр «Молодежная газета»ла урынлаштырыласаҡ.
Читайте нас: