Башҡортостанда 100 мең ғаилә 1 апрелдән 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға арттырылған пособие алырға мөмкин. Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, хәҙерге көндә пособиеның база күләме итеп балаға төбәк йәшәү минимумынан 50% тиң сумма ҡабул ителгән. Башҡортостан өсөн был биш мең һумдан саҡ ҡына күберәк.
Артабан пособиеның суммаһы ғаиләнең килеменә бәйле була. Әгәр база пособиеһын түләгәндән һуң ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәк йәшәү минимумынан аҙыраҡ ҡалһа, түләү 75% - 7 557,75 һумға тиклем арттырыла.
Бынан һуң да төбәк йәшәү минимумына еткереп булмаһа, түләү 100% - 10 077 һумға тиклем артырға тейеш.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, аҡсаға дәғүә итеүселәр эшкә һәләтле булыуын раҫларға йә иһә эшкә сыға алмауҙың етди сәбәбен (мәҫәлән, ауырыу, декретта ултырыу һәм башҡалар) күрһәтергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта төп шарттарҙың береһе – күсмә һәм күсемһеҙ милекте баһалау.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, документтар 1 апрелдә ҡабул ителә башлай, уларҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, шулай уҡ Күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә һәм Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында тапшырырға мөмкин (алдан яҙылырға кәрәк).
Барлыҡ социаль ярҙам саралары буйынса консультацияны 8 (347) 200-80-80 күп каналлы телефоны буйынса алырға була (көн һайын иртәнге сәғәт 9-сы 30 минуттан киске 6-сы 30 минутҡа тиклем, шәмбе һәм йәкшәмбе – ял).