-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2021, 16:31

Башҡортостан туристик кешбэк программаһы буйынса лидер тип танылды

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй хөкүмәтенең граждандарға илдә турҙар һатып алыуға тотонған аҡсаһын ҡайтарыу тураһында программаһын үтәү буйынса лидер тип танылды.

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй хөкүмәтенең граждандарға илдә турҙар һатып алыуға тотонған аҡсаһын ҡайтарыу тураһында программаһын үтәү буйынса лидер тип танылды. Был хаҡта социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте.
Республикабыҙ менән бер рәттән туристик кешбэк программаһы буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә Ҡырым, Калининград һәм Төмән өлкәләре, шулай уҡ Татарстан бар.
Рәсәйҙә кешбэклы турҙар һатыуҙың өсөнсө этабы старт алды. Кешбэкты алыу тураһында ентекле мәғлүмәт менән Ростуризм сайтында танышырға мөмкин.