-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2021, 10:50

Башҡортостанда «Өләсәйем әкиәттәре» конкурсы старт алды

Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында әкиәтселәрҙең «Өләсәйем әкиәттәре» республика онлайн-конкурсының башланыуы тураһында иғлан ителде.

Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында әкиәтселәрҙең «Өләсәйем әкиәттәре» республика онлайн-конкурсының башланыуы тураһында иғлан ителде.
Конкурс милли шиғри традицияларҙы, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын һаҡлау һәм үҫтереү, һәләтле әкиәтселәрҙе асыҡлау, әкиәт жанрын популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.
Конкурс барышында халыҡ әкиәттәрен һөйләүселәр бәйгеһе һәм фольклор текстарын тикшереү ойошторола. Ошо проект сиктәрендә халыҡтың урындағы һөйләшенең лексик, фонетик һәм морфологик үҙенсәлектәрен һаҡлап, башҡорт халыҡ әкиәттәре яҙҙырыла, аҙаҡ республиканың мәктәпкәсә һәм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүҙә ҡулланыу өсөн йыйынтыҡ әҙерләнә.
Проектта ҡатнашыу өсөн 15-20 минутлыҡ видеояҙмалар ҡабул ителә. Әкиәтте ролдәргә бүлеп һөйләү хуплана (коллектив менән сығыш яһағанда). Конкурстың шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – положениела.
Видеояҙмаларҙы 15 марттан 15 апрелгә тиклем konkursskazok2021@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Конкурсты ойоштороусы – «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты һәм Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте.