Сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”ндә мәктәп уҡыусыларының тештәре сәләмәтлеге тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Үргә ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылған мәктәп стоматология кабинеттарының эшен сифатлы итеп ойошторорға ҡушты.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, белгестәр 41 мең уҡыусыны ҡараған. Һәр икенсе балаға стоматолог ярҙамы кәрәклеге асыҡланған. Әле 11 меңдән ашыу уҡыусының тештәре дауаланған.
Бынан тыш, Республика балалар стоматология поликлиникаһының күсмә модуле лә эшләй. Әлеге ваҡытта белгестәр Дыуан районы балаларының тештәрен дауалай.
“2022 йылға беҙ стоматология кабинеттарына эйә мәктәптәр һанын арттырасаҡбыҙ. Балалар өсөн теш табиптары булмаған ауылдарҙа был бигерәк тә кәрәк”, – тип билдәләй республика етәксеһе.
Фото "Башинформ"дан алынды.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан