Билдәле булыуынса, «Салауат Юлаев» хоккей клубы Континенталь хоккей лигаһы етәкселегенә рәсми хат әҙерләй. Ул «Уфа-Арена»ла плей-офф серияһының өсөнсө уйыны башланыр алдынан булған хәлгә бәйле. Ҡазан клубы көйәрмәндәре КХЛ-дың техник регламентын боҙҙо.
Атап әйткәндә, КХЛ-дың Дисциплинар регламентының 61.2 статьяһына ярашлы, «Чемпионат уйыны алдынан Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гимны, республикаларҙың гимндары, сит ил дәүләттәренең гимндары яңғыраған ваҡытта Клуб көйәрмәндәре яғынан үҙеңде тотоу һәм дәүләт символдарын хөрмәт итеү нормалары үтәлмәгән осраҡта Клубҡа 100 000 (йөҙ мең) һум штраф һалына».
Бынан алда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Континенталь хоккей лигаһына Башҡортостан гимнын башҡарыуҙы өҙгән «Аҡ Барыҫ» фанаттарының тәртибен тикшереүҙе һорап рәсми хат ебәрҙе.