Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 14:58

"Ат спорты - ғәжәйеп күренешле спорт төрө

20 мартта Баймаҡ районының Граф күле янында Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған ат спорты ярыштары үтте. Сарала баймаҡтар ғына түгел, күрше Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары вәкилдәре лә ҡатнашты.

20 мартта Баймаҡ районының Граф күле янында Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған ат спорты ярыштары үтте. Сарала баймаҡтар ғына түгел, күрше Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары вәкилдәре лә ҡатнашты.
Һуңғы йылдарҙа ат спорты ярыштары киң танылыу таба. Республикала тәүгеләрҙән булып Баймаҡ ерендә тергеҙелгән ат биатлоны һәм төрки халыҡтарының милли уйыны “Ылаҡ” ярышы был юлы ла ситтә ҡалманы. Ат биатлонында һыбай килеш билдәле араны сабып үтеп, аттан төшөп, сәпкә уҡтан атып тейҙерергә һәм финишҡа тиклем тағы ла билдәле араны сабып үтеү бурысы ҡуйылһа, “Ылаҡ” уйынында ике төркөмдәге һыбайлылар ҡаршы команданың майҙансығына ҡуйылған ҡаҙанға, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, кәзә түшкәһен һалырға тейеш. Кем күберәк ташлай, шул команда еңеүсе була.
"Ат спорты буйынса ярыштар - үҙенең матурлығы буйынса ғәжәйеп күренешле спорт төрө. Бөгөн Граф күле буйында үткәрелән яҙғы ат спорты ярыштары программаһына күсмә халыҡтар уйыны "Ылаҡ", башҡорттарҙың һыбайлы көрәш уйыны - "Ауҙарыш", ат биатлоны һәм, әлбиттә, башҡорт тоҡомло аттарҙа сабыштар ингәйне. Ярыштарға күрше райондарҙан ҡатнашыусылар килде. Еңеүселәрҙе, призерҙарҙы һәм ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ. Ошо миҙгелдә уңышлы старттар теләйбеҙ!", - тине был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Ат ярышынан белореттар ҙа ситтә ҡалманы. 3 йәштән өлкәнерәк башҡорт тоҡомло аттар сабышында Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Винарис Вәлиев “Ялҡын”ында (Айгиз Вәлиев крәҫтиән-фермер хужалығы) I урынға лайыҡ булды.
Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: