Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 15:51

Бирешмә! Ереңде һаҡла!

Тыуған ерен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән йәш экологтар араһында үткән «Бирешмә! Ереңде һаҡла!») номинацияһында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Гөлсинә Нәбиуллина еңеүсе булды. Афарин, Гөлсинә!

Республикала "Бирешмә" балалар премияһы быйыл өсөнсө тапҡыр тапшырылды. Был юлы уға 405 уҡыусы ғариза биргән. Ә баһалама комиссияһы ете номинация буйынса иң-иңдәрҙе генә һайлап алынды.
Бына бүләкләү тантанаһы 21 мартта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа үтте.
Белеүегеҙсә, "Бирешмә" балалар премияһы ошо исемле сериал геройҙары Гәлсәр Байғусҡарова, Хәйҙәр Вәлиев, Гөлгөнә Баһауетдинова, Данир Ғимаҙиевтар тәҡдиме менән булдырылғайны. Бүләкләнеүселәр - тормош ауырлыҡтарына бирешмәй алға барып, ҙур уңыштарға өлгәшеүсе үҫмерҙәр.
"Быйыл 405 ғариза алдыҡ! Тимәк, шунса мөһим, изге эштәр башҡарылған, шул тиклем үҫмерҙәр үҙ юлдарын тапҡан һәм маҡсаттарына табан барыуҙарын дауам итә. Ә иң мөһиме - шул тиклем балалар үҙҙәренең эштәрен анализлап, баһалап, ҡыйыуһыҙлыҡтарын еңеп, үҙҙәрен наградаға тәҡдим итә ала, " - ти "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Тыуған ерен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән йәш экологтар араһында үткән «Бирешмә! Ереңде һаҡла!») номинацияһында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Гөлсинә Нәбиуллина еңеүсе булды. Афарин, Гөлсинә!
Фото: Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы сайтынан.
Читайте нас: