Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 10:11

Эдуард Латипов биатлон буйынса донъя кубогының финал этабында көмөш миҙал яуланы

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған биатлонсы Эдуард Латипов үҙенең тыуған көнөндә Эстерсундта Донъя кубогы этабындағы масс-стартта икенсе урынды алды.

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған биатлонсы Эдуард Латипов үҙенең тыуған көнөндә Эстерсундта Донъя кубогы этабындағы масс-стартта икенсе урынды алды. Ошо көмөш миҙал – уның карьераһындағы иң яҡшы һөҙөмтә. Кисә Эдуард Латиповҡа 27 йәш тулды.
Масс-стартта беренсе урынды француз Симон Дестье яуланы. Өсөнсөлә – Норвегиянан Йоханнес Бе.
Эстерсундтағы масс-старт – халыҡ-ара биатлон миҙгеленең һуңғы ярышы. «Ҙур гәлсәр глобус»ҡа йәнә Йоханесс Бе эйә булды.
Читайте нас: